Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.54 ↑

EUR 69.67 ↓

29 июль, Шәмбе

Уфа   °

Башҡортостан ҡатын-ҡыҙҙары «Халыҡ программаһы»на тәҡдимдәр индерергә әҙер

Сәйәсәт

Башҡортостан ҡатын-ҡыҙҙары, Дөйөм Рәсәй халыҡ фронты — дәүләт тормошоноң мөһим этабы алдынан көстәрҙе берләштереүгә власть һәм йәмғиәттең берҙән-бер мөмкинлеге, тип уйлай. Был фекерҙе Башҡортостан ҡатын-ҡыҙҙары ойошмаһы рәйесе Рәшиҙә Солтанова әйтеп ишеттерҙе.

— Беҙгә «Халыҡ программаһы»н формалаштырыуға йәмәғәтселекте йәлеп итеү идеяһы оҡшай. Ошо көндәрҙә төрлө район һәм ҡалаларҙа республика ҡатын-ҡыҙҙары менән бер нисә осрашыу үткәрҙем. Ҡыҙыҡлы һәм файҙалы бихисап тәҡдимдәр ишеттем. Һәм был аңлашыла ла: минең ҡарашҡа, ҡатын-ҡыҙҙар йәмғиәт  проблемаларын үҙенсә күрә. Һәм уларҙың ҡарашы ысынбарлыҡтағы тормошҡа яҡыныраҡ булыуы менән айырыла.

Рәшиҙә Солтанова йәнә, халыҡтың «Халыҡ программаһын» төҙөүҙә ҡатнашыуы йәмғиәтте тәртипкә өйрәтә һәм яуаплылыҡты арттыра, тип иҫәпләй.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть