9 декабрь, Йома

08 июль 2011 йыл, 14:01

Бөтә донъя башҡорттар ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары ҡымыҙҙы алкоголле эсемлектәр иҫәбенә индереүгә ҡырҡа ҡаршы

автор: Тимур Рәхмәтуллин

Бөтә донъя башҡорттар ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары Вәлиәхмәт Бәҙретдинов, ҡымыҙҙы алкоголле эсемлектәр иҫәбенә индереү бөтөнләй дөрөҫ булмаясаҡ, тип иҫәпләй.

Вәлиәхмәт Бәҙретдиновтың «Башинформ» агентлығына әйтеүенсә, ҡымыҙ, кефир кеүек үк,  бер ҡасан да алкоголь булманы.

— Ҡымыҙ – ғәжәп шәп эсемлек, — тине ул. – Уны хатта еңелсә алкоголле  эсемлектәргә индереү ҙә дөрөҫ түгел.  Был тәбиғи дарыу. Үпкә ауырыуҙарынан йонсоған рус яҙыусыларының барыһы ла ҡымыҙ эсеп һаулығын нығытҡан. Лев Николаевич Толстой, мәҫәлән, даими рәүештә Һамар башҡорттарына килгән һәм беҙҙең традицион эсемлекте яратып эскән. Бейә һөтө кеше өсөн үҙенә күрә бер бүләк ул.

Уның әйтеүенсә, төрки халыҡтарының тарихы аттар һәм ҡымыҙ менән тығыҙ бәйле. Уларҙың береһе лә тиерлек бер ҡасан да ҡеүәтле спиртлы эсемлектәр ҡулланмаған, һәм араларында алкоголиктар ҙа булмаған.

— Ҡымыҙ эсеү һәм эскеселек араһындағы айырма – ер менән күк араһы кеүек, — тип һығымта яһаны Вәлиәхмәт Бәҙретдинов.