Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.89

EUR 69.42

18 декабрь, Дүшәмбе

Уфа   °

Октябрҙә IV Башҡортостан татарҙары съезы үтәсәк

Сәйәсәт

20 — 25 октябрҙә Өфөлә Башҡортостан татарҙарының IV съезы үтәсәк. Был хаҡта Башҡортостан татарҙары конгресы башҡарма комитетының киңәйтелгән ултырышында «Башҡортостан татарҙары» берләшмәһе рәйесе урынбаҫары Мәжит Хужин хәбәр итте.

Фекер алышыуҙа йәмәғәт берләшмәһе ағзалары, Татарстандың Башҡортостан Республикаһындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Альберт Мәҡсүтов, республикала йәшәгән татар йәмәғәт берләшмәләре вәкилдәре, Бөтә донъя татарҙар конгресы ағзалары һәм башҡалар ҡатнашты.

Кәңәшмәлә ҡатнашыусылар татар йәмәғәт ойошмаларының үҙ-ара эш итеүе, Башҡортостан һәм Татарстан етәкселеге менән мөнәсәбәттәр, татар халҡы мәҙәниәтен һәм традицияларын һаҡлау, милли мәнфәғәттәрҙе яҡлау мәсьәләләрен тикшерҙе.

Мәжит Хужиндың билдәләүенсә, Башҡортостандың 39 районынан йыйылған 200-ҙән ашыу делегат IV Башҡортостан татарҙары съезында республиканың татар йәмәғәт берләшмәләре мәнфәғәтен яҡлаясаҡ. Форумға Башҡортостан етәкселеге вәкилдәре, муниципалитет хакимиәте башлыҡтарының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫарҙары, Бөтә донъя татарҙар конгресы ағзалары саҡырыласаҡ.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть