6 декабрь, Шишәмбе

08 июль 2011 йыл, 11:08

Республика журналистары баҫма киң мәғлүмәт саралары үҫеше перспективаларын тикшерҙе

автор: Любовь Колоколова

Гәзиттәр контенты сифатын күтәреү һәм баҫма киң мәғлүмәт саралары үҫеше перспективалары БР Журналистар союзының республиканың Элемтә һәм киң коммуникациялар министрлығы менән берлектә үткәрелгән семинар-кәңәшмәһенең төп темаһы булды.

Сарала Бөрө һәм Благовещен, Ауырғазы, Архангел, Иглин, Ҡырмыҫҡалы, Нуриман, Өфө һәм Шишмә райондарының матбуғат баҫмалары журналистары ҡатнашты.

Семинар-кәңәшмәлә гәзиттәр торошона ҡағылышлы мәсьәләләр тикшерелде. Семинарҙың рәсми өлөшөнән һуң эш секцияларҙа дауам итте, унда, атап әйткәндә, гәзит дизайнындағы яңы тенденциялар, башҡорт теленең әҙәби нормалары, тармаҡ предприятиеларында бухгалтер иҫәбен алып барыу үҙенсәлектәре, киң мәғлүмәт саралары эшмәкәрлегенең башҡа төрлө аспекттары буйынса фекер алышыу булды.

Бынан һуң Район-ара ижади берекмә сиктәрендәге конкурстарға йомғаҡ яһалды. «Гәзиттең иң яҡшы дизайны» номинацияһында Шишмә районының «Родник» гәзите коллективы беренсе урын алды. «АгроСМИ» номинацияһында «Өфө үҙәндәре» гәзите еңде. «Журналистар акциялары» номинацияһында Бөрөнән «Победа» гәзите беренсе булды. Фотоконкурс йомғаҡтары буйынса еңеү «Иглинские вести» гәзитенә эләкте.

Ойоштороусылар хәбәр итеүенсә, сара Иван Купала байрамында күңел асыу менән тамамланды.