5 декабрь, Дүшәмбе

08 июль 2011 йыл, 10:38

Башҡортостанда 291 мең гектарҙа бесән сабылған

автор: Ғәлиә Нәбиева

Башҡортостандың мал аҙығы әҙерләүселәре 291 мең гектар майҙанда бесән сапҡан. Был планға ҡарата 26 процент. БР Ауыл хужалығы министрлығы мәғлүмәте буйынса, республикала 153 мең тонна бесән (21%), 672 мең тонна сенаж (32%) әҙерләнгән. Бесән әҙерләү буйынса Архангел, Баҡалы, Бүздәк, Илеш, Туймазы, Саҡмағош, Шаран, Яңауыл райондары йылдам эш алып бара, улар күҙалланған күләмдең 52-68 процентын әҙерләгән. Бесәнде төргәктәргә һәм төктәргә преслайҙар.

Әбйәлил, Баймаҡ, Белорет, Бөрйән, Йылайыр, Мәсетле, Миәкә, Салауат, Хәйбулла райондары һүлпән эшләй, бында бесән әҙерләү 2 – 9 процент кимәлендә генә.

Сенаж һалыу эштәре Ауырғазы, Благовещен, Борай, Йәрмәкәй, Ейәнсура, Ҡырмыҫҡалы, Тәтешле, Саҡмағош райондарында һәйбәт ойошторолған, улар планға ҡарата 50 — 91% сенаж әҙерләгән. Сенаж транштарын һалғанда консерванттар ҡулланыла.

БР Ауыл хужалығы белгестәре билдәләүенсә, айырым райондар һутлы мал аҙығын әҙерләү эштәрен һуҙа. Республика буйынса уртаса күрһәткес 31 процентҡа тиң булғанда, Әбйәлил, Белорет, Бөрйән, Йылайыр, Ҡыйғы, Миәкә, Стәрлебаш, Учалы, Хәйбулла райондарында 1-11 процент ҡына сенаж запасы тупланған.

БР Ауыл хужалығы министрлығының дүрт эш төркөмө үлән сабыу буйынса даими мониторинг алып бара. Улар көн һайын райондарға сыға һәм практик ярҙам күрһәтә. Тыуып торған мәсьәләләрҙең барыһы ла оператив рәүештә хәл ителә. Мал аҙығын әҙерләү барышы даими контролдә тотола.

Башҡортостанда “2010 йылда иң төҙөк ҡала (ауыл) биләмәһе” конкурсының еңеүселәре билдәләнде. Бөтәһе өс категория ҡаралды: 60 меңгә тиклем, 60 меңдән ашыу кеше йәшәгән ҡала биләмәләре, 5 меңдән ашыу кеше йәшәгән ауыл биләмәһе.

Жюри халыҡтың йәшәйеш объекттары менән тәьмин ителеүен, ҡала һәм ауыл ҡаралтыларының архитектура һәм художество йөҙөн, тарихи-мәҙәни һәм тәбиғи мираҫтың һаҡланыуын иҫәпкә алды. Алдынғы технологияларҙы ғәмәлгә индереү, ресурстарҙы һаҡлау һәм, әлбиттә, биләмәнең санитария-эпидемиологик һәм экологик хәле баһаланды.

Урындағы властың халыҡҡа күрһәтелгән хеҙмәттәр сифатын күтәреү буйынса эше, төҙөкләндереү буйынса дәүләт һәм муниципаль программаларҙы тормошҡа ашырыу торлаҡ-коммуналь хужалыҡ белгестәре иғтибарынан ситтә ҡалманы.

Һөҙөмтәлә 60 меңдән ашыу кеше йәшәгән иң яҡшы биләмә тип Октябрьский ҡалаһы танылды, 60 меңгә тиклем кеше йәшәгән ҡалалар араһында Учалы еңде. Ауылдар араһында иң яҡшыһы – Федоровка.

Конкурста призлы урындар яулаған муниципаль берәмектәр Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте дипломдарын һәм аҡсалата премиялар аласаҡ. Быйыл дөйөм приз фонды 20 миллион һум тәшкил итте.