Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.88 ↓

EUR 65.95 ↑

28 июнь, Шаршамбы

Уфа   °

«Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы» Башҡарма комитеты рәйесе итеп Марсель Йосопов һайланды

Сәйәсәт

7 июлдә «Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы» Йәмәғәт ойошмаларының халыҡ-ара берлеге Башҡарма комитетының ултырышы үтте, унда «Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы» Башҡарма комитетының яңы рәйесе һайланды.

Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышының Дәүләт Думаһы депутаты, Силәбе өлкәһенең Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Марсель Харис улы Йосопов кандидатураһын «Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы» Йәмәғәт ойошмаларының халыҡ-ара берлеге Башҡарма комитеты Советы тәҡдим итте. Кандидатура Башҡарма комитет ағзалары менән хупланды.

«Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы» Йәмәғәт ойошмаларының халыҡ-ара берлеге Башҡарма комитетының элекке етәксеһе Илгиз Замфир улы Солтанморатов, үҙе етәкләгән БР Фәндәр академияһының Гуманитар тикшеренеүҙәр институтында тығыҙыраҡ эш графигына күсеү сәбәпле, үҙ теләге менән вазифаһынан бушатылды.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть