9 декабрь, Йома

07 июль 2011 йыл, 18:45

Пенсия фонды «Ышаныс» журналистар конкурсын иғлан итте

автор: Ғәлиә Нәбиева

Рәсәй Федерацияһының Пенсия фонды 2011 йылда киң мәғлүмәт сараларында  социаль һәм пенсия тематикаларын иң яҡшы яҡтыртыуға икенсе йыл һайын үткәрелеүсе «Ышаныс» конкурсы башланыуы хаҡында иғлан итте.

БР буйынса Рәсәй Пенсия фондының матбуғат хеҙмәтендә хәбәр итеүҙәренсә, эштәр ете номинацияла баһаланасаҡ. Жюри «Иң яҡшы автор», «Иң яҡшы тележурналист», «Иң яҡшы радиожурналист» номинанттарын билдәләйәсәк. Конкурс комиссияһы лицензиялы баҫма матбуғаты, интернет-баҫма, мәғлүмәт агентлыҡтары, радиостанциялар һәм телеканалдар авторҙарының материалдарын ҡараясаҡ. Конкурс материалдары 2011 йылдың 23 июненән алып 31 октябренә тиклем баҫтырылған булырға тейеш.

«Ышаныс» конкурсы тәүгә 2010 йылда уҙғарыла. Сарала Рәсәй Федерацияһының барлыҡ субъекттарынан 135 автор һәм автор коллективы ҡатнаша. Еңеүселәрҙе тантаналы бүләкләү 2010 йылдың ноябрендә Өсөнсө йыл һайын үткәрелеүсе Рәсәй пенсия форумы сиктәрендә үтә. Башҡортостан Республикаһынан «Башҡортостан» телерадиокомпанияһының «Вести – Башкортостан» программаһының ижади коллективы, «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының һәм «Панорама» гәзитенең корреспонденттары «Ышаныс» конкурсы номинанттары була.  

Ҡатнашыу шарттары һәм «Ышаныс» конкурсын үткәреү сроктары хаҡында тулыраҡ мәғлүмәт менән Рәсәй пенсия фондының рәсми сайтында танышырға була.