3 декабрь, Шәмбе

07 июль 2011 йыл, 17:55

Рөстәм Хәмитов вәкәләттәрҙе бүлешеү мәсьәләләре буйынса хөкүмәттәрҙең эш төркөмдәре ултырышында ҡатнашты

автор: «Башинформ» | фото: Олег Яровиков

7 июлдә Рәсәй Хөкүмәтендә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте Рәйесе урынбаҫары Дмитрий Козак һәм Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте Рәйесе урынбаҫары — Рәсәй Федерацияһы Президентының Төньяҡ-Кавказ федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Александр Хлопонин рәйеслегендә үткән вәкәләттәрҙе бүлеү һәм бюджет-ара мөнәсәбәттәрҙе камиллаштырыу мәсьәләләре буйынса ике эш төркөмөнөң берлектәге тәүге ултырышында ҡатнашты.

Эш төркөмдәре алдында территорияларҙың социаль-иҡтисади үҫеше буйынса мөмкин тиклем һөҙөмтәле эшләйәсәк идара итеү системаһын ойоштороу бурысы тора. Ултырышта әле ғәмәлдә булған власть вәкәләттәре бүленеше схемаһы һәм бюджет-ара мөнәсәбәттәр структураһы менән таныштырҙылар. Илдәге һәр власть кимәленә тура килгән вәкәләттәр күләмен асыҡлау кәрәклеге билдәләнде.

— Төрлө кимәлдәге власть араһындағы ҡаршылыҡтар проблема тыуҙыра һәм беҙ быны хәл итергә тейешбеҙ,— тине Дмитрий Козак. — Бында һәр власть кимәленең ауылдан башлап тотош Рәсәй Федерацияһына тиклем һәр территорияның социаль-иҡтисади үҫеше өсөн яуаплылығын арттырыу тураһында һүҙ бара.

Рәсәй Федерацияһы субъекттары, муниципалитеттар һәм федераль башҡарма власть органдары вәкәләттәрҙе бүлешеү һәм бюджет-ара мөнәсәбәттәрҙе камиллаштырыу буйынса үҙенең тәҡдимдәрен 14 июлгә РФ Хөкүмәтенә тапшырырға тейеш. Эш төркөмдәренең киләһе ултырышы 22 июлгә планлаштырылған. 2013 йылдың 1 ғинуарынан, тейешле закон проекттары ҡабул ителгәндән һуң, был башланғыстар тормошҡа ашырылһын өсөн, тикшерелгән мәсьәләләр буйынса аныҡ эштәр планы ағымдағы йыл аҙағына тиклем әҙерләп бөтөрөлөргә тейеш, тип хәбәр итә Башҡортостан Президентының матбуғат хеҙмәте.