4 декабрь, Йәкшәмбе

07 июль 2011 йыл, 17:26

Республикала эҫе көндәр арҡаһында авариялар күбәйҙе

автор: Ольга Муртазина

Үткән шаршамбыла республика юлдарында 18 юл-транспорт фажиғәһе булған, уларҙа ике кеше һәләк булған һәм 22 кеше йәрәхәт алған. Авариялар һаны эҫе көндәр арҡаһында күбәйергә мөмкин, тип хәбәр иттеләр БР буйынса Эске эштәр министрлығының ЮХХДИ идаралығының матбуғат хеҙмәтендә. Водителдәр тиҙ арый, уларға иғтибарҙы йүнәлтеү ауырыраҡ.

Мәҫәлән, Нуриман районында водителдең хаталаныуы арҡаһында пассажир һәләк булған. «Туҡһан туғыҙынсы»ның руле артында ултырған өфөлө тиҙлекте арттырған, машина кюветҡа төшкән һәм ауҙарылған.

27 йәшлек Стәрлетамаҡ кешеһе фажиғә булған урында вафат булған. Күп йәрәхәттәр алған водитель госпиталгә һалынған.