8 декабрь, Кесе йома

07 июль 2011 йыл, 16:54

Сипайлово халҡы йорт төҙөлөшөнә ризаһыҙлыҡ белдерә

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин

Өфөләге Сипайлово биҫтәһенең үҙәк урамында күп ҡатлы торлаҡ йорт төҙөлөшө буйынса эштәр алып барыла, әммә яҡын-тирәләге йорттарҙа йәшәүселәр быға риза түгел. Улар өйҙәре янында бейек йорт төҙөлөүенә ризаһыҙлығын белдереп, бер нисә тапҡыр пикетҡа ла сығып ҡарағайны инде. Төҙөүселәр теннис кортын, балалар майҙансығын һүтеп алған, яҡын арала свай ҡаға башларға тейеш. Халыҡтың борсолоуы аңлашыла, улар йорттарының бөтөнлөгө өсөн хәүефләнә.

— Төҙөлөш эштәре башланғас та, фатир стеналары ныҡ һелкенә башланы. Тәҙрә быялалары, һауыт-һаба дерелдәне, — тип хәбәр итте «Башинформ» агентлығына биҫтәлә йәшәүселәрҙең береһе. — Төҙөлөш арҡаһында ағастарҙы ҡырҡыуҙарына, балалар майҙансығын һүтеүҙәренә асыулыбыҙ.

Өфө хакимиәте башлығы урынбаҫарының ярҙамсыһы Эльвира Сандакова әйтеүенсә, йорт төҙөлөшөн ҡаланың Инвестицион-төҙөлөш комитеты алып бара.  

— Комитеттың төҙөлөш эштәрен башҡарыуға бөтә тейешле документтары ла, рөхсәте лә бар, — тине ул. – Яҡындағы йорттарҙа йәшәүселәргә торлағы өсөн хафаланырға кәрәкмәй. Әгәр был мәсьәлә буйынса дәғүәләре йәки һорауҙары бар икән, уларҙы яҙма рәүештә ҡала хакимиәтенә йәки төҙөүсегә ебәрә алалалар.