8 декабрь, Кесе йома

07 июль 2011 йыл, 16:32

Башҡорт дәүләт университетының ҡабул итеү комиссияһына 6 меңдән ашыу ғариза бирелгән

автор: Әлфиә Әһлиуллина

Бөгөнгө көнгә Башҡорт дәүләт университетының ҡабул итеү комиссияһына 6 меңдән ашыу ғариза бирелгән. Үткән йылдың ғаризалар һанына ҡарағанда (9 мең тирәһе) – был яҡынса яртыһы.

Хәҙер – абитуриенттар килеүенең иң ҡыҙыу мәле (көнөнә меңгә яҡын ғариза ҡабул ителә), был тағы ла бер-нисә көн дауам итәсәк, тип хәбәр иттеләр «Башинформ» агентлығына юғары уҡыу йортонда. Унан һуң абитуриенттар килеүе кәмейәсәк һәм документтар тапшырыусыларҙың барыһы ла үҙ эштәре менән мәшғүл буласаҡ. Кемдеңдер БДИ тапшырыуының ҡыҙған осоро башланасаҡ. Кедер вуздарҙың эске имтихандарын тапшырасаҡ. Йомғаҡлау аттестацияһынан БДИ һөҙөмтәләре булғандарға түҙергә һәм 27 июлдең тулыуын көтөргә тура киләсәк, ул көндө вуздар рейтингтарҙы сығарып эләсәк. Йәки ҡабул итеүгә тәҡдим ителеүселәрҙең тәүге исемлектәре донъя күрәсәк 30 июлде көтәсәктәр.

Башҡорт дәүләт университетының ҡабул итеү комиссияһы мәғлүмәтенә ярашлы, абитуриенттар араһында социология (бер урынға 29 кеше), менеджмент (28), психология (27), иҡтисад (17), журналистика (10), радиофизика (8), химия (8), сифат менән идара итеү (8), биология (8), тарих (8) кеүек йүнәлештәр иң популяр булып ҡала.

Юғары уҡыу йорто ҙур өмөттәр бағлаған ҡабул итеүҙең яңы йүнәлештәре араһынан абитуриенттарҙың мәнфәғәте буйынса лидерҙар төркөмөнә ғәмәли информатика (бер урынға 8 кеше), электроника һәм наноэлектроника (10), биотехнология (7), химик технология (7), культурология (10), документтар алып барыу һәм архив эшен алып барыу (14), лингвистика (8) инә.