3 декабрь, Шәмбе

07 июль 2011 йыл, 16:23

Өфөгә Италияның Мәҙәниәт, туризм һәм гастрономия ассоциацияһы президенты Массимилиано Панеро килде

автор: Әлфиә Әһлиуллина

Өфөгә Италияның Мәҙәниәт, туризм һәм гастрономия ассоциацияһы президенты Массимилиано Панеро килде. Сәфәренең төп маҡсаты – республика һәм уның инвестицион мөмкинлектәре менән яҡынданыраҡ танышыу. Визит йомғаҡтары буйынса Башҡортостан менән Италияның берлектәге ижади проектын әҙерләү планлаштырыла, тип хәбәр итте «Башинформ» агентлығына Башҡортостан Республикаһы Рәссамдар союзы президенты,  ЮНЕСКО халыҡ-ара рәссамдар федерацияһы ағзаһы Владислав Пегов.

Уның билдәләүенсә, проект Рәсәйҙә — Италия, Италияла Рәсәй йылы сиктәрендә тормошҡа ашырыласаҡ һәм ике илдең, атап әйткәндә, Башҡортостан менән Италия рәссамдарының мәҙәни бәйләнештәрен нығытыуға булышлыҡ итәсәк.

— Бөгөн Италияла бихисап ватандаштарыбыҙ, шул иҫәптән рәссамдарыбыҙ йәшәй. Улар итальян коллегалары менән дуҫтарса мөнәсәбәт булдырған. Ошо контакттар нигеҙендә берлектәге башҡорт-итальян ижади проектын эшләү тураһында фекер тыуҙы, — тип өҫтәне Владислав Пегов.

Массимилиано Панеро Башҡортостанда дүрт көн буласаҡ. Уның власть, бизнес-берләшмә вәкилдәре һәм, әлбиттә, һынлы сәнғәт хеҙмәткәрҙәре менән эш осрашыуҙары планлаштырылған. Мәҫәлән, йома көндө, 8 июлдә, Өфөнөң Конгресс-холында БР Рәссамдар союзының конференцияһы ойоштороласаҡ, уның сиктәрендә төбәк рәссамдары картиналарының күргәҙмәһе үтәсәк. Ошо конференция йомғаҡтары буйынса Италияның Пьемонт провинцияһындағы Турин ҡалаһында үтәсәк халыҡ-ара сәнғәт проектында ҡатнашыуға эштәр һайлап алынасаҡ.

Планлаштырылыуынса, башҡорт-итальян проекты сиктәрендәге тәүге күргәҙмә Италияла сентябрҙә үк үтәсәк. Үҙ сиратында Италия яғы үҙҙәренең оҫталарының күргәҙмәһен Өфөлә ноябрь-декабрҙә ойошторорға тәҡдим итә.