10 декабрь, Шәмбе

07 июль 2011 йыл, 15:40

БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығында финанстар буйынса белем бирелә

автор: Дмитрий Слезин

Башҡортостан Республикаһының Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығында  «Бюджет учреждениеларын үҙгәртеп ҡороу шарттарында физкультура-спорт ойошмалары эшмәкәрлегенең хоҡуҡи һәм финанс-иҡтисади аспекттары» тип аталған семинар үтә.

Семинарҙа төбәктең йәштәр-спорт ведомствоһы белгестәре, ведомство ҡарамағындағы учреждениелар етәкселәре һәм баш бухгалтерҙары ҡатнаша. Уларҙы уҡытыу өсөн махсус рәүештә Мәскәүҙән лектор — бухгалтер иҫәбе, финанслау һәм федераль бюджет табыштары менән идара итеү буйынса идаралыҡ начальнигы, финанс-бюджет өлкәһенә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең баш бухгалтеры, иҡтисади фәндәр кандидаты Наталья Гусева саҡырылған.

БР йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры Александр Никериндың әйтеүенсә, был семинар бик актуаль. Бындай айырым темаларға баҫым яһап уҡытыу ойошма етәкселәре иғтибарын БР Контроль-иҫәп палатаһы асыҡлаған етешһеҙлектәргә йәлеп итергә ярҙам итәсәк. Бынан һуң ойошма етәкселәре үҙ эшендә финанстар менән идара итеү стратегияһын яҡшы аңлаясаҡ, был иһә артабан хаталарға юл ҡуймаҫҡа мөмкинлек бирәсәк.

Семинар иртәгә, 8 июлдә, тамамланасаҡ. Уның йомғаҡтары буйынса ҡатнашыусыларға сертификаттар тапшырыласаҡ.