4 декабрь, Йәкшәмбе

07 июль 2011 йыл, 15:01

Православие фотоконкурсына йомғаҡ яһалды

автор: Евгений Рәхимҡолов

Башҡортостанда «Өфө епархияһы: кешеләр һәм ваҡиғалар» фотоконкурсына йомғаҡ яһалды. Конкурс «Изге Пасха», «Яҡындарыңа ярҙам ит» һәм «Бала йылмайыуы» кеүек өс номинацияла үткәрелде.

Өфө епархияһының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, беренсе номинацияла – Сибай ҡалаһынан Артем Занозин, икенселә – Вадим Розенфельд (Өфө), һәм өсөнсөһөндә Юлия Аксенова (Өфө) еңгән.

Дөйөм алғанда конкурсҡа республика ҡалалары һәм ауылдарынан 100-ҙән ашыу эш ебәрелгән. Конкурс кешеләр иғтибарын хәҙерге заман кешеһенең рухи донъяһына йәлеп итергә, мәрхәмәтлек һәм шәфҡәтлелек кеүек традицион әҡлахи ҡиммәттәр барлығын хәтергә төшөрөргә мөмкинлек биргән. Бындай фотоконкурстарҙы Өфө епархияһы хеҙмәткәрҙәре бынан ары даими рәүештә үткәрергә планлаштыра.

темалар: дин, конкурстар