4 декабрь, Йәкшәмбе

07 июль 2011 йыл, 14:06

Башҡортостанда төнөн һыҙғырыу тыйылды

автор: Евгений Рәхимҡолов

Башҡортостанда төнөн һыҙғырыу тыйылды. Йырлау, бейеү, ҡысҡырыу, музыкаль инструменттарҙа уйнауға, пиротехника һәм тауыш тыуҙырыусы ҡулайламалар ҡулланыуға, төҙөлөш һәм ремонт эштәрен башҡарыуға ла ошондай уҡ тыйыу һалынды.  Тәртип боҙоусылар административ яуаплылыҡҡа тарттырыласаҡ. «Төнгө ваҡытта граждандар тыныслығын һәм тынлыҡты тәьмин итеү тураһында»ғы тейешле закон БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары менән өсөнсө уҡыуҙа ҡабул ителде.  

Яңы законға ярашлы төнөн тынлыҡ һаҡланырға тейешле объекттар һәм территориялар исемлеге билдәләнде. Был исемлеккә торлаҡ йорттар, ятаҡтар, мәғариф һәм һаулыҡ һаҡлау ойошмалары, санатор-курорт, физкультура-спорт учреждениелары, социаль, көнкүреш хеҙмәтләндереү һәм сауҙа ойошмалары, балалар майҙансыҡтары, ихаталар, автомобилдәр ҡуйыу урындары,торлаҡ зоналар янындағы урамдар һәм майҙандар, баҡсасылыҡ, йәшелсәселек һәм дача берләшмәләре, шулай уҡ йәмәғәт транспорты индерелде.  

Эш көндәрендә 23 сәғәттән иртәнге 7-гә тиклемге ваҡыт араһы, ял һәм байрам көндәрендә 22-нән 9 сәғәткә тиклемге арауыҡ төнгө ваҡыт иҫәпләнә.

БР Дәүләт Йыйылышы депутаттары, яңы закон Башҡортостанда төнгө ваҡытта тәртип урынлаштырырға ярҙам итер, тип өмөтләнә.