3 декабрь, Шәмбе

07 июль 2011 йыл, 10:01

Өфөлә Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың 40-сы ултырышы асылды

автор: Людмила Терновая

Өфөлә республика парламентының яҙғы сессияһын йомғаҡлаусы Башҡортостан Республикаһы дүртенсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың 40-сы ултырышы үтә. Көн тәртибендә — 39 һорау.

Депутаттарға 30-ға яҡын закон проектын ҡарарға тура киләсәк. Шуларҙың өсәүһе буйынса эште тамамлау планлаштырыла. «Башҡортостан Республикаһында йәмәғәт тәртибен һаҡлау тураһында», «Төнгө ваҡытта граждандар тыныслығын һәм тынлыҡты тәьмин итеү тураһында» һәм «Башҡортостан Республикаһында мотлаҡ медицина страховкалауын ойоштороу тураһында»ғы БР закон проекттары хаҡында һүҙ бара.

Ундан ашыу закон проектын парламентарийҙар икенсе уҡыуҙа тикшерәсәк. Улар араһында «Башҡортостан Республикаһында урындағы үҙидара тураһында»ғы Башҡортостан Республикаһы Законының 11-се статьяһына үҙгәреш индереү тураһында», «Башҡортостан Республикаһының һайлау тураһындағы Кодексына үҙгәрештәр индереү тураһында», «Башҡортостан Республикаһында аҙыҡ-түлек продукттарының сифатын һәм хәүефһеҙлеген тәьмин итеү саралары тураһында» һәм башҡа БР закон проекттары бар.

Ун закон проектын беренсе уҡыуҙа ҡарау планлаштырыла. Улар иҫәбендә — «Башҡортостан Республикаһы территорияһында ағас ҡабул итеү һәм бушатыу пункттары эшмәкәрлеген ойоштороу тураһында», «Ойошмалар милкенә һалымдар тураһында» Башҡортостан Республикаһы Законының 3-сө статьяһына үҙгәрештәр индереү тураһында», «Башҡортостан Республикаһында капиталь һалыуҙар формаһында инвестицион эшмәкәрлек алып барыусы инвесторҙарҙың ойошмалары килеменә һалымдың түбән һалым ставкаһын билдәләү тураһында» һәм башҡа БР закон проекттары. Парламентарийҙар «Дәүләт һәм муниципаль ихтыяждары өсөн тауарҙар поставкалауға, эштәр башҡарыуға, хеҙмәт күрһәтеүгә заказдар урынлаштырыу тураһында» Федераль законының 10-сы статьяһына үҙгәрештәр индереү тураһында» һәм «Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында Рәсәй Федерацияһы Кодексының 23.221 һәм 23.231 статьяларына үҙгәрештәр индереү тураһында» федераль закондарының проекттарын тикшереү ҙә планлаштыра.

Пленар ултырышта яҙғы сессия барышында республика парламентының эшмәкәрлегенә отчет һәм алдағы көҙгө сессияға закондар сығарыу эшенең яҡынса программаһы күрһәтеләсәк. Депутаттар йәнә биш суд участкаһының мировой судья вазифаларына кандидаттарҙы ҡараясаҡ.