11 декабрь, Йәкшәмбе

07 июль 2011 йыл, 10:50

Дәүләт Думаһы рәсәйлеләрҙең Европаға визаһыҙ йөрөүенә ирешәсәк

автор: Евгений Рәхимҡолов

Дәүләт Думаһы депутаттары граждандар ҡыҫҡа ваҡытлы сәфәргә сыҡҡан осраҡта визаһыҙ режимдан файҙалана алыуы тураһында Евросоюз илдәре менән ике яҡлы килешеүгә өлгәшергә ниәтләй. Был Дәүләт Думаһы рәйесе урынбаҫары Любовь Слиска һәм Италия Республикаһының Депутаттар палатаһы рәйесе урынбаҫары Маурицио Лупи рәйеслегендә Мәскәүҙә үткән Ҙур Рәсәй-Италия парламент-ара комиссияһының 12-се ултырышында тикшерелгән төп мәсьәләләрҙең береһе булды. «Башинформ» агентлығына был хаҡта Дәүләт Думаһы депутаты Иршат Фәхретдинов хәбәр итте.

Уның әйтеүенсә, осрашыу барышында ике илдең иҡтисад һәм фән, атом энергетикаһы өлкәһендәге хеҙмәттәшлеге перспективалары ла тикшерелгән.  Бынан тыш, Рәсәй һәм Италия парламентарийҙары коррупцияға ҡаршы көрәш өлкәһендә тәжрибә уртаҡлашырға ниәтләй.

Осрашыу һөҙөмтәләре буйынса йомғаҡлау коммюникеһына ҡул ҡуйылған. Ҙур Рәсәй-Италия парламент-ара комиссияһының киләһе 13-сө ултырышы 2012 йылда Италияла үтәсәк.