Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.07 ↓

EUR 63.01 ↓

26 май, Йома

Уфа   °

БР мосолмандары Диниә назаратының йәштәр бүлеге ярҙамында 20 ғаилә ҡоролған

Йәмғиәт

Башҡортостан Республикаһы мосолмандары Диниә назаратының Йәштәр бүлеге ярҙамында 20 ғаилә барлыҡҡа килде, тип хәбәр итте бүлек етәксеһе Айнур Арсланов.

Йәштәр бүлеге хеҙмәткәрҙәре егеттәр һәм ҡыҙҙарға шәхси мәғлүмәттәрен тултырыу өсөн анкеталар әҙерләй. Бынан һуң осрашыуҙар, бергәләп сәй эсеү, саф һауала йөрөү, мәҙәни һәм спорт саралары ойошторола, был арала йәш мосолмандар таныша, аралаша һәм һөҙөмтәлә ғаилә ҡора.

— Беҙҙең танышыу клубының бер йыл эшләү дәүерендә 500-гә яҡын йәштәр анкета тултырҙы, — ти Айнур Арсланов. – Беҙҙең иҫәптә 20-нән ашыу никах бар.  Хәҙер йәш ғаиләләрҙең күбеһе сабый көтә.

Айнур хәҙрәттең әйтеүенсә, кисә лә ул йәштәргә никах уҡыған. Бик йыш йәштәрҙе БР мосолмандары Диниә назараты рәйесе мөфтөй Нурмөхәмәт Ниғмәтуллин да никахлаштыра.

— Беҙ никах үткәрәбеҙ, һәм барыһы ла шәриғәт ҡанундары буйынса эшләнә, — тип билдәләне ул. – Ғаиләләрҙең барыһы ла никахын мотлаҡ рәүештә ЗАГС-та теркәй.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть