3 декабрь, Шәмбе

07 июль 2011 йыл, 9:58

Башҡортостанда газ үткәреү эштәре дауам ителәсәк

автор: "Башинформ"

Мәскәүҙә Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Азамат Илембәтовтың «Газпром — Межрегионгаз» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең генераль директоры Кирилл Селезнев менән эш осрашыуы үтте.

Осрашыуҙа ике яҡтың да төбәктә газ үткәреү программаһы буйынса үҙ йөкләмәләрен үтәүе билдәләнде. Һуңғы йылдарҙа республикала дөйөм оҙонлоғо 273 километр 12 ҡасаба-ара газ үткәргес төҙөлгән һәм сафҡа индерелгән, был 40 тораҡ пунктты тәбиғи газға күсерергә мөмкинлек биргән.  

Яҡтар ағымдағы йылда Башҡортостанда өҫтәмә ҡасаба-ара газ үткәргестәр төҙөү мөмкинлеген дә тикшерҙе, тип хәбәр итә Башҡортостан Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте.