Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.63

EUR 61.44

20 февраль, Дүшәмбе

Уфа   °

Шәхси саҡырыу буйынса килгән Японияның эшлекле даирәләре вәкилдәре Башҡортостан предприятиелары эшмәкәрлеге менән таныша

Иҡтисад

Башҡортостанға өс көнлөк эш визиты менән Японияның эшлекле даирәләре, атап әйткәндә, Китакюсю ҡалаһы хакимиәте вәкилдәре килде. Уларҙы «Рәсәй терәге» дөйөм Рәсәй йәмәғәт ойошмаһының федераль башҡарма власть органдарында эшҡыуарҙар берләшмәһе мәнфәғәттәрен яҡлау буйынса вәкиле Светлана Халфина саҡырған.

Япония делегацияһының шәхси саҡырыу буйынса республикаға икенсегә килеүе. «Рәсәй терәге» дөйөм Рәсәй йәмәғәт ойошмаһының Башҡортостан төбәк бүлексәһенән хәбәр итеүҙәренсә, кисәнән алда улар Белорет ҡалаһында булып ҡайтҡан. Ә кисә Өфөлә Башҡортостандың баш ҡалаһы һәм Китакюсю араһында төрлө эшмәкәрлек өлкәләрендәге хеҙмәттәшлекте үҫтереүҙе күҙ уңында тотҡан ниәттәр протоколына ҡул ҡуйылды.  

Саралар программаһында шулай уҡ Стәрлетамаҡтың  сәнәғәт  предприятиеларына («Сода», «Каустик», «Каучук» асыҡ акционерҙар йәмғиәттәре) эш сәфәре һәм уларҙың етәкселеге менән осрашыу ҡаралған.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть