Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.00 ↓

EUR 66.08 ↑

27 июнь, Шишәмбе

Уфа   °

«Ирәндек» ансамбле Испанияла халыҡ-ара фольклор фестивалендә ҡатнашасаҡ

Йәмғиәт

Башҡорт дәүләт университетының «Ирәндек» халыҡ бейеү ансамбле Испанияла халыҡ-ара фольклор фестивалендә ҡатнашасаҡ. Ул ЮНЕСКО яҡлауында Испанияның боронғо Хака ҡалаһында 31 июлдән 16 авгусҡа тиклем буласаҡ. Фестивалдә «Ирәндек» беҙҙең республика исеменән сығыш яһаусы берҙән-бер ҡатнашыусы һәм Рәсәй исеменән сығыш яһаусы ике коллективтың береһе буласаҡ, тип хәбәр иттеләр «Башинформ» агентлығына юғары уҡыу йортоноң матбуғат хеҙмәтендә.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, ансамбль халыҡ-ара фестивалдәрҙә үҙенең уникаль оҫталығын бер генә күрһәтмәне. Һуңғы ун йыл эсендә генә «Ирәндек» Халыҡ-ара Аксаков байрамының, Одессала «Күңелле йәйғор» Халыҡ-ара фестиваленең, Италияла, Болгарияла, Чехияла, Францияла үткән фольклор фестивалдәренең ҡатнашыусыһы булды.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть