4 декабрь, Йәкшәмбе

06 июль 2011 йыл, 16:44

Башҡортостан матбуғатҡа яҙылыу буйынса элеккесә алдынғы урында

автор: Любовь Колоколова

2011 йылдың икенсе ярты йыллығына гәзит-журналдарға яҙылыу буйынса ҡабул ителгән тираж ике миллион экземпляр тәшкил итте. Тираждың 35 проценттан ашыуы — урындағы баҫмалар. Шул уҡ мәлдә 20 проценттан ашыуын республика гәзит-журналдары тәшкил итһә, 15 проценттан күберәге — район (ҡала) гәзиттәре.

Был хаҡта «Башинформ» агентлығында үткән бөгөнгө матбуғат конференцияһында Башҡортостан Республикаһы Федераль почта элемтәһе идаралығы – «Рәсәй почтаһы» федераль дәүләт унитар предприятиеһы филиалы директоры Ирек Ғәлимов хәбәр итте.

Уның әйтеүенсә, «Өмет», «Йәшлек» «Панорама Башкортостана», «Урал», «Юлдаш», «Йүрүҙән» кеүек һәм башҡа бихисап баҫмалар иң юғары һөҙөмтәләргә өлгәшкән.

— Был ваҡытлы матбуғат баҫмалары әлеге тираждарын һаҡлап ҡалыуҙан тыш, яҙылыусылар иҫәбен дә арттырған, — тип билдәләне Ирек Ғәлимов. — Республиканың мең кешеһенә 478 экземпляр тура килә. Рәсәйҙә беҙ элеккесә лидерҙар булып ҡалабыҙ.