11 декабрь, Йәкшәмбе

06 июль 2011 йыл, 16:12

Башҡортостанда «Айырылышыуһыҙ көн» үтәсәк

автор: Әлфиә Әһлиуллина

8 июлдә, Бөтә Рәсәй ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөндә, Башҡортостан Республикаһының ЗАГС идаралығы «Айырылышыуһыҙ көн» акцияһын үткәрә.

«Башинформ» агентлығына БР ЗАГС идаралығының йәмәғәтселек һәм киң мәғлүмәт саралары менән бәйләнеш буйынса белгесе Ләйсән Абдуллина хәбәр итеүенсә, был көндө бөтә ЗАГС бүлектәрендә ғаилә институтын һаҡлауға, нығытыуға һәм тергеҙеүгә йүнәлтелгән тантаналы саралар үтәсәк. Байрам көнөндә ғаиләһен тарҡатырға ҡарар иткән граждандар өсөн «Республика ғаиләгә, балаларға, йәштәргә социаль-психологик ярҙам күрһәтеү үҙәге» профессиональ психологтарының бушлай ярҙамы күрһәтеләсәк.

Иҫегеҙгә төшөрөп үтәбеҙ, тәүге тапҡыр Бөтә Рәсәй ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө Ғаилә йылы тип иғлан ителгән 2008 йылда билдәләнде.

Байрам Дәүләт Думаһы депутаттары инициативаһы менән булдырылды. Шуныһы ҡыҙыҡ, Ғаилә көнөн билдәләү инициативаһын Рәсәйҙең барлыҡ традицион дини ойошмалары хупланы – Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөн билдәләү инициативаһының конфессиональ сиктәре юҡ. Һәр диндә лә ғаилә тоғролоғо һәм мөхәббәте өлгөләре бар.

Байрам идеяһын бер-нисә йыл элек Муром ҡалаһы халҡы уйлап таба. Унда христиан ғаиләһен яҡлаусы ирле-ҡатынлы Петр һәм Февронияның изге мәйеттәре ята. Изгеләр 8 июль көнө иҫкә алына.