5 декабрь, Дүшәмбе

06 июль 2011 йыл, 14:12

Айыҡ булмаған хәлдә һыу инеү өсөн биш меңгә тиклем штраф түләргә тура киләсәк

автор: Людмила Терновая

Иҫкәртеү һәм тыйыу билдәләре һәм яҙмалары булған кәртәләр (аншлагтар) урынлаштырылған ерҙәрҙә һыу инеү, һыу инеү сиктәрен билдәләгән ҡалҡыуыстар аръяғына йөҙөп китеү граждандарға өс меңдән алып дүрт меңгә тиклем штраф һалыуға килтерә. Был йәкшәмбелә көскә инәсәк административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында Кодекс ҡабул итеү менән Башҡортостанда был һәм башҡа закондар нормалары булдырылды.

Кодекста шулай уҡ кешеләрҙең һыу объекттарында үҙҙәрен тотоу ҡағиҙәләренең башҡалары ла бар. Шулай итеп, айыҡ булмаған хәлдә һыу инеү, РФ-ның ҡануниәте менән ҡаралған башҡа төрлө хоҡуҡ боҙоуҙар булмаһа, граждандарға өс меңдән алып биш меңгә тиклем штраф һалыуға килтерә.

Йыллыҡ техник тикшереүһеҙ йәки техник талаптарҙы, ҡағиҙәләрҙе, нормативтарҙы һәм стандарттарҙы боҙоп һыу объекттарының рекреация зоналарын халыҡтың ялы өсөн ҡулланыуҙың шулай уҡ эҙемтәләре буласаҡ. Вазифалы кешеләр өсөн – егерме меңдән алып утыҙ меңгә тиклем, юридик шәхестәр өсөн илле меңдән алып йөҙ меңгә тиклем штраф ҡаралған.