11 декабрь, Йәкшәмбе

06 июль 2011 йыл, 12:33

Башҡортостан статистиктары республикалағы тирә-яҡ мөхит торошон баһаланы

автор: Ғәлиә Нәбиева

Республика статистиктары «Башҡортостан Республикаһында тирә-яҡ мөхит торошо» йыйынтығын сығарҙы. Баҫмала тирә-яҡ мөхит торошон, тәбиғи байлыҡтарҙың барлығын һәм ҡулланылышын билдәләгән мәғлүмәт бар. Атмосфера һауаһын, һыу объекттарын, ер һәм урман ресурстарын һаҡлау, ҡурсаулыҡ эше буйынса материалдар, һунарсылыҡ хужалыҡтары, етештереү һәм ҡулланыу ҡалдыҡтарының килеп сығышы һәм урынлаштырылыуы, тирә-яҡ мөхиткә сығымдар тураһында мәғлүмәт баҫтырылған.

Йыйынтыҡта республика ҡалалары тураһында мәғлүмәт, Волга буйы федераль округы төбәктәре буйынса сағыштырма күрһәткестәр, шулай уҡ халыҡ-ара сағыштырыуҙар тупланған.

Йыйынтыҡ ике йылға бер баҫтырыла. Уны әҙерләгәндә ағымдағы статистика, шулай уҡ Башҡортостан министрлыҡтарының һәм ведомстволарының мәғлүмәте ҡулланылды.