5 декабрь, Дүшәмбе

06 июль 2011 йыл, 11:41

Стәрлетамаҡ халҡы – ипотека кредитлауы буйынса профи

автор: Әлфиә Шәрәфетдинова

Ҡала хакимиәте ярҙамында «ИнвестКапиталБанк» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең етәкселәре ипотека кредитлауы темаһына семинар үткәрҙе. Был банк филиалдары булған барлыҡ ҡалаларҙа үткәрергә планлаштырылған күп һанлы семинарҙарҙың тәүгеһе булды.

Бөгөн Рәсәйҙә ипотека кредитлауы тиҙ үҫешә башланы. Банкыларҙың күпселеге маҡсатлы кредитлауҙың был төрөн әүҙем ҡуллана, улар төрлө кредитлау шарттарына эйә булған күп һанлы программалар тәҡдим итә. Торлаҡ баҙарында мәғлүмәт үтә күп. Потенциаль фатир һатып алыусыларға кәрәкле мәғлүмәтте мөмкин тиклем һөҙөмтәлерәк еткереү һәм күп һанлы тәҡдимдәр араһында яңылышмау өсөн «ИнвестКапиталБанк» үҙенең потенциаль клиенттары менән тематик осрашыуҙар ойоштора.

Семинарға ҡаланың ҙур төҙөүсе компанияларының, страховкалау компанияларының, күсемһеҙ милек агентлыҡтарының вәкилдәре саҡырылды. Ипотека кредитлауы өлкәһендәге кәрәкле документтар пакеты, бурысҡа аҡса алыусыларға талаптар, льготалар биреү шарттары кеүек мөһим мәсьәләләр ентекле тикшерелде. Бынан тыш «ИнвестКапиталБанк» ипотека кредитлауының «Үҙ торлағым» яңы программаһы менән таныштырҙы. Семинарҙа ҡатнашыусылар уның өҫтөнлөктәрен лайыҡлы баһаланы. Атап әйткәндә, ниндәй ҙә булһа комиссияларҙың булмауы, балалы ғаиләләргә өҫтәмә ташланмалар, кредит килешеүен төҙөгән саҡта иң күбендә ете бергә бурысҡа аҡса алыусыны йәлеп итеү, әсәлек капиталы средстволарын файҙаланыу мөмкинселеге.

— Миңә ипотека кредитлауы буйынса ҡыҙыҡһындырған һорауҙарыма тулы яуаптар алыуым оҡшаны. Һис шикһеҙ, мәғлүмәт бик файҙалы булды һәм ул миңә торлаҡ һәм ипотека программаһын һайлауҙа ярҙам итәсәк, — тине семинарҙа ҡатнашыусыларҙың береһе.