5 декабрь, Дүшәмбе

06 июль 2011 йыл, 10:09

Башҡортостан аграрийҙары 314900 тонна һөт һатҡан

автор: Ғәлиә Нәбиева

Йыл башынан алып Башҡортостанда 314900 тонна һөт һатылды, тип хәбәр итә БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте. Ауыл хужалығы предприятиелары өлөшөнә 269760 тонна тура килә. Фермерҙар 30793 тонна һатҡан, ҡалғаны — шәхси ярҙамсы хужалыҡтарҙан.

Ауыл хужалығы предприятиелары араһында ярты йыл эсендә иң күп һөттө Дүртөйлө (13234 тонна), Илеш (12479 тонна), Стәрлетамаҡ (17869 тонна) һәм Саҡмағош (18241 тонна) райондары һатҡан.

Һөттө иң күп биргән һыйырҙар Баймаҡ (1137 тонна), Дәүләкән (1012 тонна), Ейәнсура (1199 тонна), Иглин (1567 тонна), Ҡалтасы (1083 тонна), Ҡыйғы (1442 тонна), Мәләүез (1619 тонна) һәм Мәсетле (1313 тонн) райондары фермерҙарыныҡы.

Ауыл хужалығы министрлығы мәғлүмәте буйынса, республика аграрийҙары менән көн һайын 2127 тонна һөт һатыла. Дүртөйлөләр, стәрлетамаҡтар һәм саҡмағоштар көн дә 100 тоннанан ашыу һөт һатыусылар иҫәбендә.