5 декабрь, Дүшәмбе

06 июль 2011 йыл, 9:53

Өфөлә 21 мең ағас ултыртылды

автор: Евгений Рәхимҡолов

Өфөлә 2011 йыл башынан алып 21 мең төп ҡыуаҡ һәм ағастар ултыртылған. Был хаҡта ҡала башлығы ҡатнашлығында үткән оператив кәңәшмәлә Өфө хакимиәтенең коммуналь хужалыҡ һәм төҙөкләндереү идаралығы начальнигы Владимир Чернов хәбәр итте. Уның һүҙҙәренсә, ҙур ағастарҙы ғына Өфөлә 191-ҙе ултыртҡандар.

Владимир Чернов ҡала юлдарындағы соҡорҙарҙы ямау эштәре барышы хаҡында ла һөйләне. Төҙөкләндереү эштәрен алып барыусы учреждениелар көсө менән 130 мең квадрат майҙанда юл япмаһы ремонтланған, 20 мең тоннанан ашыу асфальт-бетон ҡатнашмаһы һалынған. Әлеге ваҡытта 170 урамда соҡорҙарҙы ямау һәм ағымдағы ремонт эштәре алып барыла. Дөйөм алғанда иһә 2011 йылдағы ремонт эштәре 2010 йылдың ошо уҡ осоронда башҡарылған эштәр күләменән күпкә артып киткән.

Владимир Черновтың билдәләүенсә, юл эштәре барышында Өфөлә ағас-ҡыуаҡтарҙы мөмкин тиклем һаҡлап ҡалырға тырышалар.