Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.09 ↑

EUR 69.67 ↓

20 сентябрь, Шаршамбы

Уфа   °

Константин Толкачев «Кадрҙар резервы» лауреаттарына ҙур өмөттәр бағлай

Сәйәсәт

Бөгөн Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайы рәйесе Константин Толкачев «Кадрҙар резервы – илдең профессиональ командаһы» проекты лауреаттарына рекомендация хаттарын тапшырҙы. Күп һанлы дәғүәселәр араһынан киләсәктә лайыҡлы дәүләт эшмәкәрҙәре буласаҡ иң яҡшылары һайлап алынды, тип билдәләне ул.

— Беҙ һәр ваҡыт яңы талаптарға юлығабыҙ, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Константин Толкачев. – Үҙгәреүсән ситуацияға тейешенсә яуап бирер өсөн идара итеүселәрҙең профессиональ командаһын сифатлы итеп әҙерләү зарур. Был мәсьәләне «Берҙәм Рәсәй»ҙең партия проекты «Кадрҙар резервы» хәл итәсәк. Бөгөн беҙ партияның был бурыстарын бойомға ашырыуҙа  уңыш ҡаҙаныусыларҙың «илдең профессиональ командаһы» статусын алыуҙарына шаһит булдыҡ.

Константин Толкачев әйтеүенсә, ул проектта ҡатнашыусыларҙың әҙерлек кимәленә, оҫталыҡтарына һәм белемдәренә шатланды.

— Улар тулыһынса талаптарға яуап биргән кешеләр, тип иҫәпләйем, — тине ул. – Беҙ уларҙы ҡанатыбыҙ аҫтына алдыҡ, үҫергә ярҙам итәсәкбеҙ, улар дәүләт кимәлендәге мөһим бурыстарҙы хәл итергә ярайһы кимәлдә әҙер буласаҡ.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть