Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.50 ↓

EUR 63.94 ↓

24 ғинуар, Шишәмбе

Уфа   °

Пенсионерҙар фронтҡа китте

Сәйәсәт

Башҡортостан пенсионерҙары яйлап Дөйөм Рәсәй халыҡ фронты идеяларына ылыға. «Башинформ» агентлығына Әбйәлил районының мәғлүмәт-аналитика бүлеге начальнигы Лениза Сәғәҙиева хәбәр итеүенсә, Асҡар ауылында урындағы пенсионерҙарҙың Башҡортостан Республикаһының Пенсионерҙар союзы рәйесе, Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының төбәк Координация советы ағзаһы Рафаил Минһажетдинов менән осрашыуы үтте.

Рафаил Минһажетдинов пенсионерҙарға Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының бурыстары тураһында һөйләне, уның программаһы менән таныштырҙы. Шулай уҡ ул өлкән быуын вәкилдәре өсөн актуаль булған хеҙмәт стажын яҡлау, йәшәү минимумын арттырыу, Рәсәйҙә фармацевтика индустрияһын тергеҙеү кеүек мәсьәләләрҙе ҡуҙғатты.

Осрашыуҙа шулай уҡ Әбйәлил районы Пенсионерҙар союзының яңы рәйесен һайлау үтте. Рәйес итеп Урал Харисов һайланды. Яңы рәйес уға күрһәтелгән ышаныс өсөн барыһына ла рәхмәтен белдерҙе һәм һәр ауылдың үҙенең пенсионерҙар вәкилен һайларға тәҡдим итте.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть