Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.54 ↑

EUR 67.68 ↓

29 июнь, Кесе йома

Уфа   °

Рөстәм Хәмитов: «Башҡортостан менән Төркиәнең сәнәғәт өлкәһендәге хеҙмәттәшлек күләмдәре бер нисә тапҡырға арттырылырға тейеш»

Иҡтисад

Бөгөн, 5 июлдә, Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Төркиәнең Рәсәйҙәге Ғәҙәттән тыш һәм тулы хоҡуҡлы илсеһе Айдын Сезгин менән осрашыуҙа иҡтисади хеҙмәттәшлек мәсьәләләрен тикшерҙе. Бөгөнгө көндә республикала төрөк капиталы менән ни бары 88 предприятие эшләй. Башҡортостан менән Төркиәнең сәнәғәт өлкәһендәге хеҙмәттәшлек күләмдәре бер нисә тапҡырға арттырылырға тейеш.  

Рөстәм Хәмитов, Башҡортостан асыҡ сәйәсәт алып бара һәм инвесторҙарға ташламалар бирергә әҙер, тип белдерҙе. Осрашыуҙа хеҙмәттәшлек мөмкинлектәрен тикшереү өсөн Төркиә Республикаһының эшлекле даирәләре вәкилдәренең Башҡортостанға визиты тураһында яҡынса килешеүгә өлгәшелде.  

— Беҙҙең республика менән Төркиәне тығыҙ мөнәсәбәттәр бәйләй, — тине Рөстәм Хәмитов. — Теүәл ике көн элек Истанбулда башҡорт һабантуйы үтте.  

Башҡортостан Президенты һабантуйҙы байрам булараҡ ҡына түгел, республиканы күрһәтерлек майҙансыҡ итеп күреүен дә һыҙыҡ өҫтөнә алды.

— Беҙ инвестицион мөмкинлектәребеҙҙең заманса ҙур күргәҙмәһен алып барырға теләйбеҙ, — тип билдәләне Рөстәм Зәки улы.

Төркиә Республикаһы Илсеһе үҙҙәрендә Башҡортостандың презентацияһын үткәрергә тәҡдим итте.

— Бөгөнгө осрашыу иҡтисади бәйләнештәрҙе артабан үҫтереүгә этәргес буласаҡ, — тине дипломат, осрашыу йомғаҡтарына аңлатма биреп. – Беҙ Рәсәйҙең бихисап төбәктәре менән хеҙмәттәшлек итеүҙе яйға һалабыҙ, әммә Башҡортостан йөрәгебеҙҙә айырым урын биләй.

Төркиә Республикаһы Илсеһе берлектәге проекттарҙы ғәмәлгә ашырырға мөмкин булған өлкәләрҙе атаны. Төркиә яңы сәнәғәти эшләнмәләргә инвестициялар һала ала. Бигерәк тә был өлкәлә ике ҙур инвестпроект уңышлы тормошҡа ашырылғанда.

Тағы бер йүнәлеш – мәғариф. Башҡорт дәүләт университеты һәм төрөк вуздары араһында хеҙмәттәшлек яйға һалынған, һәм уны мотлаҡ үҫтерергә кәрәк.

Беҙҙең төбәктәрҙең мәҙәни бәйләнештәре лә үҙ-ара эш итеүҙең өҫтөнлөклө йүнәлештәре иҫәбендә.

Бөгөн Илсе төрөк капиталы нигеҙендә эшләгән ике предприятие — «Русджам» һәм «Эфес Пилснер» эшмәкәрлеге менән танышты. Айдын Сезгин уларҙың эшенән ҡәнәғәт ҡалды һәм, бындай проекттарҙы иҡтисадтың башҡа тармаҡтарында ла тормошҡа ашырырға кәрәк, тип билдәләне.  

— Был минең Башҡортостанға тәүге визитым, — тине Айдын Сезгин. – Яҡын арала республикаға кире килеп, яңы инвестицион проекттар буйынса фекер алышырға иҫәп тотам.  

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть