11 декабрь, Йәкшәмбе

05 июль 2011 йыл, 16:05

Павловка ауылында Башҡортостандың инновацион үҫеше буйынса кәңәшмә үтә

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин

Павловка ауылында «2015 йылға тиклем Башҡортостан Республикаһы фәнни һәм инновацион эшмәкәрлегенең үҫеш стратегияһы» Башҡортостандың фәнни-техник үҫешенең оҙайлы сроклы прогнозын булдырыу буйынса республика кәңәшмәһе үтә. Унда Хөкүмәт вице-премьеры Марат Мөлөков, иҡтисади үҫеш министрының беренсе урынбаҫары Евгений Маврин, һаулыҡ һаҡлау министры Георгий Шебаев, элемтә һәм киң коммуникациялар министры Борис Мелкоедов, фән, башҡа дәүләт структураларының вәкилдәре ҡатнаша.

— Беҙҙә республикала инновацион инфраструктураның инвестицион фондтар, технопарктар, юғары уҡыу йорттары, тармаҡ һәм фәнни-тикшеренеү институттары кеүек һәм башҡа төрлө барлыҡ элементтары ла бар. Быларҙың барыһын алғанда ла ниҙер етмәй, — тине Марат Мөлөков.

Уның һүҙҙәренә ҡарағанда, «хәлгә объектив баһа биреү һәм ҡайҙа йүнәлеш алырға икәнен хәл итеү, билдәле сиктәр ҡуйыу һәм өҫтөнлөктәрҙе билдәләү зарур».

— Инвестицион фондтарҙа аҡса етерлек. Бөгөн инвесторҙар проекттар өсөн үҙ-ара конкуренция алып бара, шуға күрә аҡса юҡлығына зарланыу бик үк дөрөҫ түгел, — тине Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары.

Кәңәшмә 6 июлгә тиклем дауам итәсәк. Уның сиктәрендә Башҡортостан Республикаһы инновацион үҫешенең төрлө йүнәлештәре буйынса тематик секциялар планлаштырылған.

темалар: инновациялар