8 декабрь, Кесе йома

05 июль 2011 йыл, 14:44

Өфө башлығы юлсыларға сәләмәтлеген һаҡларға кәңәш итте

автор: Евгений Рәхимҡолов

Өфө башлығы Павел Качкаев ҡала юлдарын ремонтлау буйынса подряд эштәрен башҡарыусы ойошмаларға хеҙмәткәрҙәренең һаулығын, шул иҫәптән водителдәрҙең ваҡытын һәм нервыларын һаҡларға тәҡдим итте. Уның фекеренсә, юл эштәрен төнгө сәғәттәрҙә башҡарырға кәрәк. Әле иһә юлсылар Өфөлә көндөҙ, 30 градус эҫелә эшләй. Һөҙөмтәлә юлдарҙа тығындар барлыҡҡа килә.

— Ремонтта йөрөгәндәрҙең дә һуңынан сәләмәтлеге менән проблемалары килеп тыуа, — тине Павел Качкаев Өфө хакимиәтендә үткән оператив кәңәшмәлә. – Был бит зыянлы эш, бындай эҫелә.

Павел Качкаев йәнә Өфө райондары башлыҡтарына, эҫе булыуға ҡарамаҫтан, эшһеҙ торған һуғарыу-йыуыу машиналарына иғтибар йүнәлтергә саҡырҙы. Калинин районында, мәҫәлән, барыһы ла эшләргә тейеш булһа ла, ҡалаға һигеҙ машинаның өсәүһе генә сыға. Киров районында 12 машинаның етәүһе генә эшләй. Әлеге мәлдә Өфөлә йәмғеһе 66 йыуыу-һуғарыу машинаһы бар. 3 июндә шуларҙың 38-е, ә 4 июндә 42-һе генә эшләгән.