8 декабрь, Кесе йома

05 июль 2011 йыл, 14:21

Башҡортостан парламентарийҙары граждандарҙың һаулығы тураһындағы федераль закон проектының перспективаларын тикшерҙе

автор: Людмила Терновая

Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙа һаулыҡ һаҡлауҙы модернизациялау мәсьәләләре буйынса эш кәңәшмәһе үтте. Атап әйткәндә, һүҙ граждандарҙың һаулығын һаҡлау өлкәһендә дәүләт власы органдары һәм урындағы үҙидара органдары араһында вәкиллек хоҡуҡтарын бүлгән закондар сығарыу инициативаһы тураһында барҙы. Был хаҡта республика парламентының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.

Мәсьәләне тикшереүҙә Дәүләт Йыйылышы рәйесе урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова, дәүләт төҙөлөшө; социаль сәйәсәт һәм һаулыҡ һаҡлау; бюджет, һалымдар, финанстар һәм милек мәсьәләләре буйынса профилле комитеттары рәйестәре ҡатнашты.

«Рәсәй Федерацияһы граждандарының һаулығын һаҡлау нигеҙҙәре тураһында»ғы закон проектын әҙерләгән ваҡытта икенсе уҡыуға төҙәтмәләр тәҡдим ителде, улар төбәктәргә медицина ярҙамының һөҙөмтәлелек, сифат һәм хәүефһеҙлек гарантияларын һаҡлау шартында хоҡуҡтарҙы тапшырыуға бәйле мәсьәләләрҙе үҙҙәренә билдәләргә хоҡуҡ бирә.