11 декабрь, Йәкшәмбе

05 июль 2011 йыл, 13:38

Республикала БДИ үткәреүгә контроль көсәйтеләсәк

автор: Евгений Рәхимҡолов | фото: Олег Яровиков

Мәктәптәрҙәге сығарылыш имтихандарында мөмкин тиклем дөрөҫлөктө тәьмин итеү маҡсатында Башҡортостанда берҙәм дәүләт имтихандарын үткәреүгә контроль арттырыласаҡ. Был мәсьәлә Мәғариф һәм фән өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт етәксеһе Любовь Голубеваның Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов менән осрашыуында тикшерелде.

Любовь Глебова билдәләүенсә, БДИ тапшырыу буйынса иң юғары күрһәткестәрҙең береһе беҙҙең республикала. Башҡа төбәктәр менән сағыштырғанда, Башҡортостанда 81-ҙән 96-ға тиклем балл йыйған уҡыусылар байтаҡҡа күберәк. Әммә педагогтар берләшмәһе, имтихандарҙы уңышлы тапшырыуҙың юғары проценты уның ғәҙел тапшырылмауы менән аңлатыла, тип иҫәпләй. Уҡыусыларҙың кемеһенәлер уҡытыусылар ярҙам итә, кемгәлер – интернет. Шуға күрә әле, объектив баһаларға нисек өлгәшергә, тигән һорау тора.

Рөстәм Хәмитов әйтеүенсә, беҙҙең республикала һуңғы йылдарҙа, үкенескә күрә, төрлө өлкәләрҙә өҫтәп яҙыуҙар күҙәтелде. Эре малды һанау, мәҫәлән, уның иҫәбенең әүәлерәк тапшырылған рәсми статистиканан 30 процентҡа кәмерәк булыуын күрһәткән. Шундай уҡ күренештең төҙөлөштә лә күҙәтелеүе билдәле. Юғары һөҙөмтәләр күрһәтеүгә ынтылыштың мәғарифта ла сағылыуына аптырарға түгел.

— Мин тартып-һуҙыу яҡлы түгел, — тине Башҡортостан Президенты.

Рөстәм Хәмитов билдәләүенсә, БДИ буйынса юғары күрһәткестәр кадрҙарҙың төбәктән ситкә китеүенә булышлыҡ итә. Юғары балл алған абитуриенттар Мәскәү һәм Санкт-Петербург вуздарына уҡырға инә. Һәм бик йыш уҡыуын тамамлағандан һуң улар шунда тороп ҡала. Республикаға был отошло түгел, сөнки яҡшы белгестәр бында, урындарҙа кәрәк.

Хәтерегеҙгә төшөрәйек, Башҡортостанда бөгөн 430 мең уҡыусы иҫәпләнә. Шуларҙың 29 меңгә яҡыны быйыл БДИ тапшырҙы.