8 декабрь, Кесе йома

05 июль 2011 йыл, 12:49

Дүртөйлө районында ҡоҙоҡҡа ҡолап төшкән пенсионерҙы ҡотҡарғандар

автор: Ольга Муртазина

Дүртөйлө районының ҡотҡарыусыларын Иҫке Солтанбәк ауылы кешеләре ярҙамға саҡырған. Йорттарҙың береһендә киҫкен хәл булған: айыҡ булмаған 72 йәшлек пенсионер үҙенең ишек алды буйлап йөрөгәндә яңыраҡ ҡына ҡаҙылған ҡоҙоҡто ҡаплап торған сеткаға ҡолаған. Ир кеше алты метр тәрәнлектә ҡалған.

Туғандары ҡотҡарыусыларҙы саҡырған. Пенсионер ҡоҙоҡ төбөндә бер-нисә сәғәт үткәргән һәм һалҡын тигеҙеп өлгөргән. Уның ҡарауы ул етди йәрәхәттәр алмаған. Зыян күреүсене «тиҙ ярҙам» алып киткән, тип хәбәр иттеләр БР Авария-ҡотҡарыу хеҙмәтендә.

темалар: хәл-ваҡиғалар