8 декабрь, Кесе йома

05 июль 2011 йыл, 12:11

Ҡырмыҫҡалы районында ситтән килеүселәр ҡол хеҙмәтен ҡулланған

автор: Ольга Муртазина

Ҡырмыҫҡалы районының Ҡабаҡ ауылында хоҡуҡ һаҡлау органдарына Ғафури районынан 55 йәшлек ҡатын ярҙам һорап мөрәжәғәт иткән. Ул өйҙәге тотҡонлоҡтан ҡасҡан, унда ҡатынды ике аҙнанан ашыу тотҡандар. Асыҡланыуынса, уны Ростов өлкәһенең кешеләре эшкә яллаған. Башҡортостанда улар аккумуляторҙар һәм ҡаҙ мамығын һатып алыу менән шөғөлләнгән. Ялланған эшсегә көнөнә 500 һум түләргә вәғәҙә иткәндәр, ысынында иһә өйгә бикләп ҡуйып ҡол кеүек эшләткәндәр. Түләргә йыйынмағандар. Ҡатын бер-нисә тапҡыр ҡасып ҡараған, ләкин уны кире ҡайтарып торғандар. Һуңғы тапҡырында ул ҡасып китә алған, һәм ҡасҡынды ауыл халҡы һыйындырған, ә «эш биреүселәрҙе» полицейскийҙар ҡулға алған. Тикшереү комитетында законһыҙ рәүештә иректән мәхрүм итеү факты буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған, тип хәбәр иттеләр БР Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәтендә.

темалар: хәл-ваҡиғалар