3 декабрь, Шәмбе

05 июль 2011 йыл, 11:29

Өфөлә «Һөтлө ил - 2011» фестивале үтәсәк

автор: Ғәлиә Нәбиева

Башҡортостанда «Һөтлө ил — 2011» фестивале әҙерләнә. БР Ауыл хужалығы министрлығы мәғлүмәте буйынса, урындағы продукцияның бай ассортиментын күрһәтеү менән бергә һөт етештереүселәр һәм эшкәртеүселәр байрамын үткәреү 3 сентябргә планлаштырыла. Нәҡ ошо датанан алып бөтә Рәсәй кимәлендәге сара башланып китә лә инде. Бер аҙнанан, 10 сентябрҙә, байрам – Мәскәүҙә, артабан башҡа Рәсәй төбәктәрендә үтәсәк. Илебеҙ халҡы араһында милләт һаулығын нығытыуға булышлыҡ итеүсе үҙебеҙҙә етештерелгән һөттө һәм һөт аҙыҡтарын ҡулланыуҙы пропагандалау уның маҡсаты булып тора.

Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығында фестивалде ойоштороу буйынса эш төркөмөнөң ултырышы үтте. Эш төркөмө ағзалары фестивалде үткәреү урынын һайлау, тематик майҙансыҡтарҙың урынлашыуы, сығымдар сметаһы һәм байрам сценарийы кеүек ойоштороу мәсьәләләрен ҡараны.