11 декабрь, Йәкшәмбе

05 июль 2011 йыл, 11:12

Өфөләге балалар баҡсаларында инвалид балалар өсөн төркөмдәр асыласаҡ

автор: Евгений Рәхимҡолов

Өфөләге балалар баҡсаларында физик мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн махсус төркөмдәр асыласаҡ. Был хаҡта Өфө хакимиәтендә үткән оператив кәңәшмәлә ҡала башлығы Павел Качкаев хәбәр итте. Бындай төркөмдәр ата-әсәләре өсөн инвалид балаларҙы тәрбиәләү процесын еңеләйтеү маҡсатында ойошторола. Әлеге ваҡытта уларҙың күбеһе бар ваҡытын балаларына бағышларға мәжбүр.  

— Беҙ бындай балаларҙың әсәләренә ярты көн булһа ла эшләргә мөмкинлек бирергә тейешбеҙ, — тине Павел Качкаев.

Ҡала башлығы әйтеүенсә, балалар баҡсаларындағы махсус төркөмдәр быйылғы йылдың сентябрендә үк барлыҡҡа килергә тейеш. Өфөлә улар хеҙмәтенә мохтаж 2,5 мең самаһы инвалид бала йәшәй.