Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.33 ↑

EUR 67.45 ↓

18 октябрь, Шаршамбы

Уфа   °

«Арҡайым» биләмәһендә фольклор фестивале үтәсәк

Йәмғиәт

6-сы июлдән 7-һенә тиклем Силәбе өлкәһенең «Арҡайым» ҡурсаулығы биләмәһендә «На Ивана, на Купалу...» VI фольклор-этнография фестивале үтәсәк. Фестиваль Евразия халыҡтарының матди һәм рухи мәҙәниәтен, йолаларын өйрәнеү һәм тергеҙеү, боронғо һәм хәҙерге традицион культураларҙы өйрәнеүгә уҡыусыларҙың һәм йәштәрҙең ҡыҙыҡһыныуын арттырыу маҡсаты менән үткәрелә.

Фестивалдә Башҡортостандан, Силәбе өлкәһенән һәм Ҡаҙағстандан 20 ижади коллектив ҡатнашасаҡ. «Арҡайым» майҙансыҡтарында фольклор коллективтарының сығышы, боронғо һөнәрҙәр буйынса мастер-кластар, оҫталыҡ һәм традицион аш-һыу конкурстары, шулай уҡ мауыҡтырғыс программалары буласаҡ. Фестиваль сиктәрендә «Евразия халыҡтарының милли музыка ҡоралдары һәм традицион кейемдәре» күргәҙмәһенең презентацияһы үтәсәк.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть