9 декабрь, Йома

05 июль 2011 йыл, 10:20

Өфөлә «Гражданлыҡ Линияһы» йәмәғәт берекмәһенең презентацияһы үтәсәк

автор: Тимур Рәхмәтуллин

Шишәмбелә, 5 июлдә, «Башинформ» агентлығының конференц-залында түңәрәк өҫтәл үтәсәк, унда «Гражданлыҡ Линияһы» Төбәк йәмәғәт берекмәһенең презентацияһы буласаҡ.

Түңәрәк өҫтәл ултырышында Башҡортостан Президенты Хакимиәтенән, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙан, сәйәси партияларҙан, йәмәғәт ойошмаларынан вәкилдәр, йәмәғәт эшмәкәрҙәре ҡатнашасаҡ.

Ойоштороусылар хәбәр итеүенсә, ултырышта «Берҙәм Рәсәй» партияһының Төбәк башҡарма комитеты етәксеһе урынбаҫары, медиа-эксперт Дмитрий Трапезников сығыш яһаясаҡ. «Гражданлыҡ Линияһы»ның рәйестәше Андрей Потылицын булдырылған ойошманың маҡсаттары һәм эшмәкәрлегенең йүнәлештәре тураһында һөйләйәсәк. Шулай уҡ хөкүмәт менән  йәмғиәттең үҙ-ара килешеп эш итеү механизмдары, Башҡортостанда гражданлыҡ йәмғиәтенең үҫешеү мәсьәләләре буйынса дискуссиялар көтөлә.

Андрей Потылицын әйтеүенсә, «Гражданлыҡ Линияһы» гражданлыҡ йәмғиәтенең, унда булған процестарҙың камиллашыуы һәм модернизацияланыуы өсөн булдырылған. Башҡарма, закондар сығарыу һәм суд власы органдары эшмәкәрлегенә йәмәғәт контроле өсөн ҡулай шарттар булдырыу, иң мөһим социаль мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн  граждандар һәм дәүләт органдары мәнфәғәттәренең ярашыуын тәьмин итеү «Гражданлыҡ Линия»һының төп бурыстары булып тора.

Йәмғиәттәге социаль һәм гражданлыҡ бәйләнештәре өлкәһендәге буталсылыҡ хәүефен аңлап, «Гражданлыҡ Линияһы» үҙ эсенә халыҡтың әүҙем өлөшөн, илдең, республиканың, ҡаланың артабанғы яҙмышына битараф булмаған кешеләрҙе тупларға ниәтләй. Эшләү алымдары, йәмғиәт институттары менән бәйләнеш тотоу формалары, эшмәкәрлек йүнәлештәре һәм пландар тураһында түңәрәк өҫтәлдә әйтеләсәк.

Түңәрәк өҫтәл 17 сәғәттә башлана.