8 декабрь, Кесе йома

04 июль 2011 йыл, 17:46

Башҡортостандың ЗАГС идаралығына «ышаныс телефоны» аша мөрәжәғәт итергә була

автор: Әлфиә Әһлиуллина

Башҡортостан Республикаһының ЗАГС идаралығында ғариза биреүселәрҙең хоҡуҡтары һәм законлы мәнфәғәттәре боҙолоу, ведомство хеҙмәткәрҙәренең хоҡуҡҡа ҡаршы ҡарарҙары һәм эштәре (эшһеҙлеге) тураһындағы мөрәжәғәттәр ҡабул ителгән «ышаныс телефоны» эшләй башланы. «Ышаныс телефоны» аша ғаризалар программа-техник комплексы ярҙамында яҙыла һәм идаралыҡ етәкселеге менән тикшерелә. Мөрәжәғәттәрҙе һәм кире бәйләнеш өсөн мәғлүмәттәрҙе (347) 248-37-50 телефоны аша ҡалдырырға кәрәк.

Идаралыҡ эшмәкәрлегенең бөтә йүнәлештәре буйынса тәҡдимдәрҙе һәм иҫкәрмәләрҙе йәки ҡыҙыҡһындырған һорауҙарҙы шулай уҡ www.uzagsrb.bashkortostan.ru сайтының «Интернет-ҡабул итеү бүлмәһе» бүлегендә урынлаштырырға була, тип иҫкә төшөрә БР ЗАГС идаралығы.

темалар: загс-тар