9 декабрь, Йома

04 июль 2011 йыл, 17:23

Тышҡы яҡтыртыу системаларын модернизациялау электр энергияһын ҡулланыуҙы ике тапҡырға кәметергә мөмкинлек бирәсәк

автор: Ғәлиә Нәбиева

Башҡортостанда 2010 йылда урамдарҙы яҡтыртыуға сәғәтенә 105,1 млн кВт күләмендә электр энергияһы ҡулланылған. Яҡтыртҡыстарҙы энергияны һаҡсыл файҙаланғандарына алмаштырыу электр энергияһын ҡулланыуҙы сәғәтенә 45,4 млн киловатҡа кәметергә мөмкинлек бирәсәк, тип хәбәр иттеләр БР Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығынан. Был энергияны ике тапҡырға кәмерәк ҡулланыуға килтерәсәк.

Яҡтыртҡыстарҙы алмаштырыу — 2011 – 2015 йылдарға «Башҡортостан Республикаһы тораҡ пункттарының тышҡы яҡтыртыу системаларын модернизациялау» республика айырым маҡсатлы программаһында ҡаралған сараларҙың береһе.  

Быйыл программаны 190,4 млн һум күләмендә финанслау планлаштырылған. Программала республиканың 7 ҡала округы һәм  39 муниципаль районы ҡатнаша.

Яҡтыртыу системаларын реконструкциялау һәм модернизациялау барышында заманса технологиялар һәм материалдар файҙаланыла. Белгестәр оҙайлы ваҡыт хеҙмәт итәсәк юғары һөҙөмтәле яҡтыртыу ҡорамалдары ҡуя, тышҡы яҡтыртыу саралары менән идара итеүсе автоматлаштырылған системалар индерә.