5 декабрь, Дүшәмбе

04 июль 2011 йыл, 17:17

Өфөлә ял көндәрендә ике бала тәҙрәнән ҡолап төшкән

автор: Ольга Муртазина

Уҙған ял көндәрендә Өфөлә ике бала фатир тәҙрәһенән ҡолап төшкән. Беренсе ҡайғылы ваҡиға шәмбе көндө Октябрь районында булып үтә. Сентябрҙә ике йәшен тултырырға тейешле ҡыҙ бала тәҙрә төбөнә менә. Тәҙрә асыҡ ҡалдырылған була, һәм сабый һигеҙенсе ҡаттан осоп төшә. Сабыйҙы ашығыс рәүештә дауаханаға алып китәләр, ләкин табиптар бер нисек тә ярҙам итә алмай.

Икенсе көнөнә кискеһен Калинин районында биш ҡатлы йорттоң икенсе ҡатынан ике йәшлек малай осоп төшә. Сабый москит селтәрен йыртып төшөрә. Бейеклек сағыштырмаса ҙур булмаһа ла, малайҙың баш мейеһе ныҡ бәрелә, уға табиптарҙың етди ярҙамы кәрәк була. Ике осраҡта ла балалар ҡарауһыҙ ҡалдырылған булған. Был факттар буйынса тикшереү алып барыла, тип хәбәр иттеләр БР буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.

темалар: ҡайғылы хәл