4 декабрь, Йәкшәмбе

04 июль 2011 йыл, 16:51

Башҡортостандың Бөрө районындағы понтон күпере шишәмбелә тергеҙеләсәк

автор: Любовь Колоколова

Башҡортостандың Бөрө районындағы Ағиҙел йылғаһы аша һалынған понтон автомобиль күперендә юл хәрәкәте иртәгә төшкә тиклем тергеҙеләсәк. Кисәге ғәҙәттән тыш хәл һөҙөмтәһендә емерелгән күперҙә бөгөн ремонт эштәре алып барыла. Был хаҡта «Башинформ» агентлығына «Башҡортостан йылға пароходсылығы» асыҡ акционерҙар йәмғиәте генераль директорының беренсе урынбаҫары Владимир Фролов хәбәр итте.

Иҫкә төшөрәйек, инцидент йәкшәмбе көндө, урындағы ваҡыт менән 21 сәғәт 30 минутта, Бөрө күпере аҫтынан техник флоты суднолары үткәндә була. Бәхеткә күрә,  күперҙә был ваҡытта берәү ҙә булмай, шуға зыян күреүселәр ҙә юҡ. Состав ҙур тиҙлектә күперҙең күтәрелә торған өлөшөнә төкөй, һөҙөмтәлә күпер нығытмаһының бер яғы – ҡоролманы ярға беркетеүсе махсус күгәндәр өҙөлә.

Әлеге ваҡытта күпергә бәрелеү сәбәптәрен һәм ғәйеплеләрҙе билдәләү буйынса махсус комиссия эшләй.

Бөрө районында автотранспорт әлегә урау юлдан йөрөй.