Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.93 ↓

EUR 61.81 ↑

29 март, Шаршамбы

Уфа   °

Башҡортостанда 76 мең тонна бесән әҙерләнгән

Иҡтисад

Мал аҙығы кампанияһы башланғандан алып республикала 76 мең тонна бесән һәм 446 мең тонна сенаж әҙерләнгән. Планға ҡарата был 10 һәм 20 процент.

Һәр шартлы мал башына ҡышҡылыҡҡа әлегә 3,2 центнер мал аҙығы берәмеге тупланған, тип хәбәр иттеләр БР Ауыл хужалығы министрлығының мал аҙығы производствоһы бүлегенән.  

Бөгөнгө көнгә ҡарата ауыл халҡы 209 мең гектар майҙанда мал аҙығы культураларын бесәнгә сапҡан.

Иң күп мал аҙығын Ҡырмыҫҡалы районы аграрийҙары әҙерләгән. Һәр шартлы мал башына бында 7,7 центнер мал аҙығы берәмеге булдырылған. Саҡмағош һәм Борай райондарында 6,8-шәр центнер запас тупланған.

Белгестәр үлән массаһының юғары уңдырышлылығын билдәләй һәм шуға ла республикала мал аҙығы менән тәьмин итеү өсөн сеймал ресурстарының етерлек булыуына ышана. Иң мөһиме — ваҡытын үткәрмәй, үләндәрҙе вегетацияһың иң яҡшы осоронда йыйып алыу.  

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть