Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.09 ↑

EUR 61.69 ↓

21 февраль, Шишәмбе

Уфа   °

Ҡалтасы районында «Ший Кандыра» мари бейеүе фестивале үтәсәк

Йәмғиәт

16 июлдә Ҡалтасы ауылында «Ший Кандыра» («Көмөш  бау») Беренсе асыҡ мари бейеүе фестиваль-конкурсы үтәсәк. Бында бейергә Башҡортостандан, Мари Иленән, Удмуртиянан, Киров, Свердловск, Түбәнге Новгород өлкәләренән, Пермь крайынан, Мәскәүҙән, Санкт-Петербургтан һәм Рәсәйҙең башҡа төбәктәренән киләсәктәр. Ойоштороусылар – Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығының Республика халыҡ ижады үҙәгенең төбәктәге филиалы, Ҡалтасы районы хакимиәте, «Веревочка» Көнсығыш мариҙарының ауыл бейеүҙәрен яратыусылар йәмғиәте.

Әйтеп үтергә кәрәк, көнсығыш мариҙарының «Кандыра» традицион бейеүе – донъяла һаҡланып ҡалынған сәхнә өсөн яраҡлаштырылмаған иң һирәк күмәк бейеүҙәрҙең береһе. Көнсығыш мариҙарҙа «кандыра пунымаш» әлеге көндә лә бик популяр. Уның бер-нисә километрға һуҙылыуы мөмкин һәм унда биштән алып биш меңгә тиклем кеше бейей ала. «Кандыра» – бейеү-доға ҡылыу, «ғаләмгә мөрәжәғәт». Был бейеү йыһан гармонияһын яңырта, тип һанала. Тарихсылар әйтеүенсә, 1814 йылда мари хәрбиҙәре уны яулап алынған Париж урамдарында бейегән.

Фестивалдә ҡатнашыусылар «Кандыра» бейеүенең оҙонлоғо — Ҡалтасының төп урамдарының береһендә һуҙыласаҡ  бейеү сылбыры буйынса донъя рекордын ҡуйырға ниәтләй.

2014 йылда Парижда был мари бейеүенең 200 йыллыҡ юбилейын билдәләү планлаштырыла.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть