Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.65 ↓

EUR 66.67 ↑

24 июнь, Шәмбе

Уфа   °

Өфөлә халыҡ-ара ислам конференцияһы үтәсәк

Йәмғиәт

22-23 сентябрҙә Өфөлә «XXI быуаттың мәғариф киңлегендә ислам идеалдары һәм ҡиммәттәре» IV халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференцияһы үтәсәк. Уны М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты һәм Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назаратының Рәсәй ислам университеты ойоштора.  

Форум киләһе секциялар буйынса үтәсәк: «Исламдың фәлсәфәүи идеалдары һәм ҡиммәттәре», «Исламдың социаль идеалдары һәм ҡиммәттәре», «Исламдың ғаилә-көнкүреш ҡиммәттәре һәм балалар тәрбиәләү», «Ислам педагогикаһының хоҡуҡи идеалдары», «Фән һәм ислам», «Толерантлыҡ – гуманистик педагогика нигеҙе».

Бынан тыш, конференция сиктәрендә Рәсәйҙең һәм сит илдәрҙең дәүләт, ғилми һәм дини эшмәкәрҙәре ҡатнашлығында «XXI быуатта йәштәр һәм дин», «Дәүләт-конфессия-ара мөнәсәбәттәр» темаларына түңәрәк өҫтәлдәр ойоштороласаҡ.  Конференция йомғаҡтары буйынса йыйынтыҡ нәшер итеү планлаштырыла.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть