5 декабрь, Дүшәмбе

04 июль 2011 йыл, 14:54

Башҡортостандың Яңауыл районында йәш ғаиләләр торлаҡ сертификаттарын аласаҡ

автор: Людмила Терновая

Яңауыл районының 13 йәш ғаиләһе яҡын арала үҙенең торлаҡ шарттарын яҡшырта аласаҡ. Улар 2011-2015 йылдарға йәш ғаиләләргә дәүләт ярҙамын күрһәтеү республика программаһы сиктәрендә субсидиялар аласаҡ. Сертификаттар тапшырыу тантанаһы 8 июлгә билдәләнгән. Социаль түләүҙәрҙең дөйөм күләме 2,5 миллион һумдан аша.

Яңауыл районында дәүләт ярҙамына бөтәһе 600 самаһы ғаилә иҫәп тота ала. 2003 йылдан торлаҡҡа субсидияларҙы 126 йәш пар алған. Һуңғы йылдар күрһәткестәре буйынса Яңауыл районы тапшырылған сертификаттар һаны буйынса алдынғыларҙың береһе тип иҫәпләнә, тип хәбәр иттеләр район хакимиәтенең йәштәр бүлегендә.