4 декабрь, Йәкшәмбе

04 июль 2011 йыл, 14:11

Санкт-Петербург вуздарында маҡсатлы уҡыу өсөн конкурс буйынса һайлап алыу ойошторола

автор: Әлфиә Әһлиуллина

Башҡортостан Республикаһының Мәғариф министрлығы Рәсәй Федерацияһының алдынғы юғары һөнәри белем биреү учреждениеларына маҡсатлы ҡабул итеү сиктәрендә уҡыу өсөн конкурс нигеҙендә дәғүәселәрҙе һайлап алыу хаҡында иғлан итә. Атап әйткәндә, 2011 йылда беҙҙең республика өсөн Санкт-Петербургтың биш юғары уҡыу йортонда – Санкт-Петербург дәүләт университетында, А.И.Герцен исемендәге Рәсәй дәүләт педагогия университетында, Санкт-Петербург дәүләт политехник университетында, Санкт-Петербург дәүләт урман-техник академияһында, Санкт-Петербург дәүләт иҡтисад һәм финанстар университетында 34 маҡсатлы урын бүленгән.

Маҡсатлы урындарҙың исемлеге Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығының сайтындағы (www.morb.ru) «Абитуриент-2011» рубрикаһында урынлашҡан, тип хәбәр иттеләр ведомствоның матбуғат хеҙмәтендә.

Конкурста ҡатнашыу өсөн документтар Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығында 13 июлгә тиклем Өфө ҡалаһы, Театр урамы, 5/2 адресы буйынса 215, 216-сы бүлмәләрҙә ҡабул ителә.

Белешмәләр өсөн телефондар: 272-65-10, 272-75-58.

темалар: мәғариф